Фатыхов Айрат Рафаильвич

 

Родился 9 мая в 1979 г. в г. Оренбург. В 2003 г. окончил Оренбургский государственный институт искусств имени Ростроповичей. В 2000 – 2003 гг. работал в Оренбургском государственном драматическом русском театре им. Горького; в 2003 – 2005 гг. работал в Оренбургском государственном драматическом татарском театре им. М. Файзи. В Театре "НУР" работает с 2005 года. Ведущий артист труппы.

 

Айрат Фәтихов 
1.Эйе, хыялымда булды ул кесе йәштән сәхнәләрҙә сығыш яһау. Мин 1994 йылда мәктәпте тамамлағас Ырымбур дәүләт университетының электроника һәм эшҡыуарлыҡ колледжына уҡырға инеп, уны 1998 йылда тамамланым. Унда диплом алыу менән документтарымды Ырымбур Л. һәм М.Ростроповичтар исемендәге сәнғәт институтына тапшырҙым. «Драма театры һәм кино актеры»факультетын уңышлы тамамлап, М.Фәйзи исемендәге Ырымбур дәүләт татар театрына йүнәлтмә алдым. Ғөмүмән, бала саҡ хыялымды тормошҡа ашырырға ла, артист Фәтиховтар династияһын дауам итергә лә насип итеүенә яҙмышыма рәхмәтлемен. Олатайым Вәли Ғәлим улы Фатихов 50 йыл Ырымбур дәүләт татар театрында етәксе һәм баш режиссер, өләсәйем Разия Абдурахман ҡыҙы 35 йыл театрҙың билдәле актрисаһы, атайым Рафаил Вәли улы – атҡаҙанған артист, әсәйем Нурия Ришат ҡыҙы шул уҡ театрҙа алдынғы артистка булғанға күрә лә, мәктәптән һуң бер ни тиклем юлдан тайпылһам да, тормошта үҙ юлымды таптым, тип ғорурлыҡ менән әйтә алам.
2.Студент саҡтан уҡ байтаҡ һабаҡташтарым менән бергә М.Горький исемендәге Ырымбур өлкә театрында, М.Фәйзи исемендәге Ырымбур дәүләт татар театрында ҡуйылған спектаклдәрҙә ҡатнаштым. Уларҙың һәммәһе лә бөгөнгөләй хәтеремдә. Иң беренсе ҙур ролем – Р.Миңлеғәлимдең «Ҡунаҡ ҡыҙы» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдә Йәһүр (Егор) роле. Нимә кисергәнемде аңламаным. Шатлыҡ? Ҡәнәғәтләнеү? Юҡ... Ҡурҡыныс булды. Икенсе көн ҡуйғанда тағы ла ҡурҡынысыраҡ ине. Йәһәтерәк ҡотолғо килде был тойғонан. Артабан ул тулҡынланыуға әүерелде. Тулҡынланыу бик кәрәкле нәмә, ул үҙең булыуҙан спектаклдәге, сәхнәләге кешегә әүерелеүҙең бер этабы, шунһыҙ, тулҡынланыуһыҙ булмай. Р.Исрафилов әйтмешләй, мейе һәм йөрәк бәйләнеше. Мейелә уй барлыҡҡа килә, ул эмоциональ хәлгә килтерә, эстә бер тоҡаныу барлыҡҡа килә. Фекерҙән тойғоға киләһең, тойғонан – тойғоға түгел... Ә былай миңә комедия ролдәрен башҡарыу нығыраҡ оҡшай. Ҡарамаҡҡа бик ябай күренһә лә, ундай роль иң ҡатмарлыһылыр ул, тип уйлайым. Беҙҙең театр репертуарында Н.Ғәйетбайҙың «Балкондан төшкән мөхәббәт», Х.Ибраһимовтың «Еҙнәкәй» иң һәйбәт комедиялар, минеңсә. Сөнки унда хәрәкәт көслө. Унда драма ла бар. Тик комедияны мин етди ҡабул итәм. Ролемде маҡсатына еткереү өсөн төрлө ысулдар, хатта ниндәйҙер ҡаршылыҡтар ҙа уйлап табырға тырышам. Репетициялар ваҡытында уҡ үҙемде һынап ҡарайым, эске бер көс сарыф ителгәнен тоям, ҡайһы ваҡыт тауыш та бөтә. Ә инде материалды тулыһынса үҙләштерәһең икән, хәл дә еңелләшә. Улай тигәс тә, еңел булып уҡ китмәй, сәхнәгә сыҡҡан һайын хеҙмәт итәһең, шунда йәшәй, ҡайнай башлайһың, шунда барыһы ла яҡшы бара икән, күңел бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тоймай, киреһенсә, минең өсөн үҙенә күрә таҙарыныу алған кеүек. Роль бармай икән, тауыш бөтә, кәйеф юҡ, ҡәнәғәтлек кисермәйһең.
Образдарға, ролдәргә ҡарата үтә етди ҡарашта булыуыма күптәр аптырай ҙа, ә минең өсөн был Рифҡәт Исрафилов мәктәбе. Ул ролдәрҙе тулыһынса, тәпсирләп өйрәнергә, характер эҙләү өсөн урамда, транспортта, магазинда булһынмы, ҡайҙа ла, кешеләрҙең, хатта йәнлектәрҙең – эт, бесәй, ҡоштарҙыңҡылыҡ-фиғелдәрен өйрәнергә, күҙәтергә ҡуша торғайны. Ошонан һуң ролеңде «тыуҙыра» алаһың, уға ҡарата мөнәсәбәтең дә йылы була. Юғиһә, ролдең өйтән-мөйтән килеп сығыуы, образды тулы, колоритлы итеп күрһәтә алмауың бар.
3.Минең был һорауға яуабым ҡыйҡа ғына булыр ул. Хөкүмәт ярҙамы – фатирлы булдыҡ. Әлбиттә, мин рәхмәтлемен. Шулай ҙа, был тәңгәлдә беҙҙең илдә эш тейешле кимәлдә барһа, ошоға тиклем бик күптәрҙең үҙ йорто, фатиры, матур, етеш тормош итеү өсөн барыһы ла булыр ине. Ә юғары наградаға килгәндә, ул ниндәй үлсәүҙәр һәм бизмәндәр аша биреләлер, миңә ҡараңғы. Беҙҙә «әле йәш» тигән тенденция йәшәй. Мәйәлән, Ырымбурҙа 25 йәшлек кенә егеткәРәсәйҙең атҡаҙанған артисы исеме бирелгәйне.
4.2008 йылда Туймазы татар театрынан Гөлназ Кашапова исемле актриса беҙҙең театрға килде. Ике йыл яҡын таныштар булып йөрөгәндән һуң, артабан бер-беребеҙһеҙ йәшәй алмауыбыҙҙы аңлағас, ғаилә ҡорорға булдыҡ, хәҙер инде алты йылға яҡын бергә ғүмер итәбеҙ. Ильяс исемле дүрт йәшлек улыбыҙ бар. Байрамдарҙы күңелле итеп үткәрәбеҙ. Миңә байрамға әҙерләнеү барышы бик оҡшай, ҡатыным аш әҙерләй, мин уға ярҙам итәм. Тәбиғәт ҡосағында ла ял итергә яратабыҙ. Алла бирһә, быйыл улыбыҙ менән сәләмәтлекте нығытыу, бер ыңғай донъя күреп ҡайтыу өсөн Ҡара диңгеҙгә барып килербеҙ тип уйлайбыҙ. Сит илгә сығыуҙы маҡсат итеп ҡуймайбыҙ, сөнки ҡайҙалыр сит тарафтарҙы күрер алдынан башта үҙ илеңде яҡшылап күрергә, өйрәнергә кәрәктер тигән уйҙамын.
5.Буш ваҡытым юҡ тиерлек. Һуңғы уҡыған китабым «Восстание вассала» (режиссеры Андрей Звягинцев). Бик оҡшағайны. «Левиафан» фильмын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараным. Фильм – социаль драма. Ул кинонан һуң бик оҙаҡ уйланып йөрөнөм, күңелгә бик ҡыйын булды. Дөрөйлөктө күрһәткәндәр. Цензура булдымы икән ул фильмға, тип аптырауға ҡалаһың. Әгәр ул дөрөйлөктө күрһәткәс, шундай ауыр, ябай халыҡ өсөн ҡайһы ваҡыт ғазаплы ла тормош сөңгөлдәренән сығыу юлдарын да аңлатырға тейештәр бит. Был дөйөм проблема, әлбиттә. Беҙ үйкәндә, үҙебеҙ йәшәгән тормошто киноларҙа күрҙек, сценарий авторҙары, режиссерҙар тормошто сағылдырыу менән бергә, тәнҡит, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын да асып һала ине.
Күңелһеҙ, ҡыйын булған саҡтарҙа күберәк ғаиләм менән булырға, аралашырға тырышам. Тағы ла интернет-магазин менән булышыу ҙа йәнгә рәхәтлек тойғоһо биреп кенә ҡалмай, матди яҡтан да ярҙам итә. Дөрөйөн генә әйткәндә, партнерлыҡ программаһы инде ул, уны бер ярты йыллап үҙләштерҙем дә, яйлап эшкә тотондом.
6.Мин үҙемде патриотмын тип әйтә алам. Был армияла хеҙмәт итеү-итмәүгә лә ҡағылһа, минең үймер саҡта йәрәхәтләнеүем арҡаһында хеҙмәткә алынмай ҡалыуым үкенселе. Шулай ҙа, мин патриотмын, улай булмаһа, үҙемде ышаныслы итеп тоймай инем. Ә ышаныслы итеп тоймаған сүрәттә, ереңдә лә ныҡ байып тора алмайһың да инде. Эйе, тыуған ерем бар, мин бының менән ғорурланам. Сит илдә яҡшы эш, һарайҙар тәҡдим итһәләр ҙә илемде ташламам. Йәштәрҙә патриотизм тойғоһо бар, мин быны бик яҡшы беләм, сөнки күпме таныштарым, туғандарым бар. Улар белемгә ынтыла, маҡсатлы йәшәргә тырыша. Эскелек, тәмәке тартыу уларҙы һис ҡыҙыҡһындырмай, шуныһы һөйөндөрә. Һәйбәт тенденция был. Хәҙерге йәштәр менән аралашҡанда, уларҙың беҙҙән айырмалы булыуын күрәһең, был уларҙың һөйләшеүендә лә күренә. Улар төрлө спорт төрҙәре менән мауыға. Элек бит каратэ, кун-фу, дзюдо буйынса клубтар булманы тиерлек. Беҙ йәш саҡтарҙа транспорт туҡталыштарында ҡулдарында һыра тотоп торған йәштәр күп ине, тәмәке тартыусылар көтөүе менән йөрөй торғайны. Иншаллаһ, рухи аҙыҡ, йәшәйеш ҡиммәттәренә баһа артҡан заманда йәшәйбеҙ. 
7.Илдә нимәләрҙе үҙгәртер инем? Бая йәштәр тураһында ыңғай күренештәр булыуына шатмын, тигәйнем. Тик ғөмүмән алғанда, беҙҙә күмәк фекерләү, урыйсаһы «стадное мышление» тамыр йәйгән. Йәнә, дөйөм халыҡ булған урындарҙа мәҙәниһеҙлек айырым-асыҡ күренә, һаман кейәләрҙән сүп-сарҙы, ҡулдағы пакет, билет, ҡапсыҡтарҙы ырғытыу, ласт! Итеп төкөрөп үтеүҙәр бар. Ҡасан был бөтөр? Үҙең атлаған, башҡа кешеләр үтергә тейеш юлдарҙы, урамдарҙы нисек шулай бысратып йөрөргә мөмкин? Ҡайҙа, кем был турала өндәшә? Беҙ бала, йәш саҡта өлкәндәр туҡтатып кийәтеү яһау кеүек нәмәләр ғәҙәти күренеш ине. Транспортта өлкәндәргә урын биреү ҡанға һеңгәйне. Хәҙер водителдәр ҙә был турала өндәшмәй. Бына ошондай ваҡ-төйәктән йыйыла. Был кешеләрҙең дөйөм урындарҙа үҙ-үҙен тотошона бәйле фекерҙәр. Ә илдә үҙгәртерлек әйберҙәр етерлек инде ул. Шулай ҙа күп нәмәләр матди, финанс хәлдәргә ҡайтып ҡала. Әгәр кеше бай йәшәй икән, уның алам-һалам кейенеп, күңел байлығын ҡайғыртып, юғары маҡсаттарға ынтылыуы икеле. Шуға күрә лә илдә финанс-иҡтисад яғын көйләү, бик күп нәмәләрҙе үҙебеҙҙә етештереү яғын хәстәрләү кәрәк. Әле ошо тәңгәлдә үҙгәрештәр башланды, был бик ҡыуаныслы. Ә беҙҙең театр, бер ниндәй иҡтисади көсөргәнешлектәргә ҡарамайса, һәр ваҡыт тамашасыларҙы ҡабул итә. Театр тамашасы өсөн иң уңайлы ерҙә урынлашҡан, баш ҡалабыҙҙы йәмләп ултыра, тамашасылар менән залыбыҙ һәр ваҡыт тулы. Тамашасыбыҙ өсөн эшләйбеҙ, шуның менән бәхетлемен.

****************************

"Башинформ", Альфия Аглиуллина. 



Награждение номинантов популярного в Уфе журналистского театрального рейтинга

"Пресса-2007" состоялось в Доме актера в рамках ежегодного Республиканского фестиваля театральных "капустников" "Веселая кулиса". Имена лучших из лучших, по мнению сообщества журналистов, освещающих театральную жизнь Уфы, были опубликованы накануне Международного дня театра в газете "Вечерняя Уфа".

Итак, по результатам итогового обсуждения экспертов шестого по счету рейтинга, в состав которого вошли журналисты газет "Вечерняя Уфа", "Уфимская неделя", "Уфимские ведомости", журнала "Уфа", радио "Cпутник FM" и канала "БСТ" ГУП ТРК "Башкортостан", были названы победители в девяти номинациях и обладатель "Приза памяти артиста Юрия Терешкина". Это при том, что по установленному порядку подсчет голосов идет по 12 номинациям. В таких номинациях как "Лучший спектакль", "Лучшая режиссерская работа" и "Лучшая работа художника-сценографа" сообщество не сочло возможным назвать победителей. Приз в номинации "Лучшая женская роль" получила Галина Мидзяева - за роль Маривонн Дюпре в спектакле "Sguat, или Парижская "коммуна" Государственного академического русского драматического театра РБ (ГАРДТ РБ).

Приз за "Лучшую мужскую роль" достался Иреку Булатову за роль Ялалетдина в спектакле "Батя Ялалетдин" Национального молодежного театра (НМТ) РБ имени Мустая Карима. В номинации "Лучшая женская роль второго плана" победила Айгуль Шакирова - за роль Исабель в спектакле "Дама-невидимка" ГАРДТ РБ. "Лучшую мужскую роль второго плана" - Бадретдин в спектакле "Мулла" Башкирского государственного академического театра драмы (БГАТД) имени Мажита Гафури в исполнении Ильфата Булатова. "Открытием года" стал актер Андрей Шрайнер - роль короля в спектакле "Голый король" НМТ РБ имени Мустая Карима. Самая неоднозначная номинация "Против течения" в этом году представлена актрисой Вакилей Калмантаевой. Она награждается за работу в моноспектакле "Здравствуй, мама!" Молодежного театра. В номинации "Новое имя" отмечена актриса Римма Кагарманова, заново открывшая себя для зрителей в Башгосдраме в спектакле "Wanted Carmen". Новшеством в рейтинге "Пресса-2007" стало внесение еще одной дополнительной номинации "Лучший ансамбль". Здесь победа присуждена актерскому коллективу в составе Гюлли Мубаряковой, Суфии Курбангалеевой, Нурии Ирсаевой, Танзили Хисамовой и Загира Валитова - за работу в спектакле "Голубушки мои" БГАТД имени Мажита Гафури. Еще одна новация - замена номинации "Лучшая эпизодическая роль" на номинацию "Лучший эпизод". Лучшим эпизодом в спектаклях 2007 года жюри признало эпизод "Смерть Амарго" из спектакля "Wanted Carmen" БГАТД имени Мажита Гафури с участием артистов ЭльвирыЮнусовой и Нияза Закирова.

"Приз памяти артиста Юрия Терешкина" вручили Айрату Фатыхову, артисту Уфимского государственного татарского театра "Нур" за роль Милана Мирою в спектакле 

"Безымянная звезда"

Роли, созданные в спектаклях прошлых сезонов:

1. Флорид-Фред – «Души серебряные струны» Д.Салихова

2. Хайруллах-бей – «Птичка певчая» Р.Н.Гюнтекин

3. Мулла – «Страсти-мордасти» М.Амира

4. Князев – «Гюльбазир» Ф.Булякова

5. Фагим – '' Бесстыжая сестра '' А. Идельбаева

6. Горшечник – ''Тайны горшечника'' А.Кашфуллина

7. Учитель – ''Безымянная звезда'' М. Себастиана

8. Тома – ''Полетели'' Ив Жамиака

9. Доктор – ''Банкрот'' Г. Камала

10 Ахмед – «Чудак» Н. Хикмета

11. Иван Степанович – ''На совином повороте'' Ф.Бигашева

12. Риф – ''Поздравляем, ты стал папой!'' Р. Киньябаева

13. Рыцарь – ''Нурзада и Нурсылу'' И. Альмухаметова

14. Венер – «Роковая тайна – 2» Р. Киньябаева

15. Бари – «По соседству мы живем» Аманулла

16. Шарай – «Вечернее застолье» М. Карима

17. Алпамыш - "Вечернее застолье" М.Карима

18. Гафур - "Не покидай меня, надежда!" Х.Иргалина

19. Ральф - "Зануда" Ф.Вебера

20. Дед Мороз - "А Дед Мороз-то настоящий?!" М.Гимранова

21. Бахти ''Не жена, а дьявол'' Д.Салихова

22. Ахсян – ''Зятек'' Х. Ибрагимова

23. Вакиф - ''Однажды на даче...'' Э.Ягудина

24. Хаким Ялаев – ''Близнецы'' А. Атнабаева

25. Салим – ''Ак калфак'' М. Файзи

26. Стенли Поуни – «Любовь на троих» Р. Куни

27. Миловзоров – «Без вины виноватые» А. Островского

28. Римас Альбертович Патис - "Чистая вода печали" В.Гуркина

29. Хуснуттин - "Хаджи эфенди женится" Ш.Камала

30. Мунир - "День всех влюбленных" Н.Гаитбаева

31. "Обретая свет в пути..." театрализованное представление

32. Форлипополи - "Хозяйка гостиницы" К.Гольдони

33. Габдуллажан - "Американец" К. Тинчурина

34. Отец - "Озеро моей души" Р. Нурлыгаянова

35. Сарбай - "Деревенский пёс Акбай" Т. Миннуллина

36. Гергери - "Зятья Гергери" Т. Миннуллина

37. Габдрахман - "Индийская насмешница" Г Каюмова

38. Давлетбай - "Похищение девушки" М. Карима

39. Шариф - "Дамы, балкон и он" Н. Гаитбаева

40. Нурул Хайруллович - "За кулисами, или Дель арте по-татарски" Амануллы