Шарафутдинов Альберт Ризамович

 

Родился в селе Кушнаренково 21 декабря 19** года. Окончил студию театра "НУР" на театральном факультете Уфимского государственного института искусств по специальности "актер драматического театра и кино" в 2003 г. В театре работает с 2003 года.

 

«ТАМАША» №2
Йәштәр майҙаны
Ете һорау – ете яуап

1.Хыялың тормошҡа аштымы, йәғни был тормошта үҙ урыныңды таптыңмы?
2.Тәүге ролдәр. Хеҙмәтеңдең хикмәте.
3.Яҙмышын сәнғәт менән, атап әйткәндә, театр менән бәйләгән йәштәр хөкүмәт тарафынан ниндәй социаль яҡлау күрә?Нимә ул һинең өсөн маҡтаулы исем йәки юғары награда?
4. «Ғаиләм – ҡәлғәм» тип әйтә алаһыңмы?
5.Нисек ял итәһең? Фильмдар, башҡа театрҙарҙың спектаклдәрен ҡарарға, китап уҡырға ваҡыт бүлә алаһыңмы?
6.Һин үҙең тураһында: «Мин – патриот» тип әйтә алаһыңмы? Был тойғо әлеге заман йәштәрендә бармы? Ул ниндәйерәк кимәлдә?
7.Илдә нимәне үҙгәртер инең? Ғөмүмән, үҙгәртеп буламы?
Альберт Шәрәфетдинов.
1.Тормошҡа ашты, сөнки минең бик бәләкәй саҡтан артист булғым килә ине. Үймер сағымда үҙемде хәрби йәки милиционер тип күҙ алдына килтерә торғайным, спорт та үҙенә бик тартты, әммә ул осорҙа спорт һөнәре абруйлы түгел ине. Ә бит, уйлап ҡарағанда, хыялым ысынлап тормошҡа ашты – сәхнәлә мин йә хәрби, йә полицейский, йәки данлыҡлы спортсы була алам. Хатта, хирург та булам. Мәйәлән, Р.Нурлығаяновтың «Аҡ сәскә – һиңә бүләк»мелодрамаһында (режиссеры Ә. Сафиуллин), мин автор менән һөйләшеп, дауахананың операциялар эшләү залына инеүгә рөхсәт алдым. Ул: «Ә һин ҡурҡмайһыңмы? Шулай бик кәрәкме ни һиңә унда булыу?» – ти.Мин: «Нәҡ шундай мәлдә һеҙҙең күҙҙәрегеҙҙе күреү, үҙегеҙҙе нисек тотоуығыҙҙы тойоу кәрәк миңә», – тип яуаплайым. Тәпсирләп өйрәндем. Минән былай хирург сығыр ине ул (көлә), тик ауырыу сәбәпле, ул спектаклдә мин ҡатнаша алманым. Ә ролдәрҙе ныҡлап өйрәнеү бик кәрәк, сөнки һәр ҡайһыһының үҙ характеры, характерының төрлө нескәлектәре бар. Ролдәремде эшләгәндә башта тулыһынса ҡылыҡһырлама яҙып сығам, яҡшылап өйрәнәм.
Беренсе тапҡыр сәхнәгә сыҡҡанымда миңә 4 йәш ине. Хатта һүҙҙәре лә ийемдә: «Мәҙинә апа, бына һиңә сәскә, иртәгә тағы ла килермен». Ә инде мәктәпте тамамлаған йылда апайым Миңнинур (актриса Миңнинур ....) «Нур» театр-студияһы студенттар ҡабул итә тигән иғланды күреп, әсәйемә шылтыратҡан. Әсәйем дә минең актер булыуымды теләгәнен белеп, килдем Өфөгә. Әхтәм Әхәт улы Абушахманов ҡаршыһына килеп байтым, уның күҙҙәрен, көслө энергетикаһын күреп, юғалып ҡалдым, ҡаушаным. Уның: «Һин кем? Нимәгә килдең?» – тигәнһорауына: «Уҡырға килдем», – тинем. 
2.Театр – тормошомдоң ҙур бер өлөшө. Күп ваҡыт ошо эшем менән бәйле бит. Хәйер «эш» тип әйтергә телем бармай, хеҙмәт ул, халҡың, тамашасың, уның күңеле өсөн үҙеңде, йәнеңде фиҙа ҡылырҙай оло хеҙмәт. Шулдыр хеҙмәтемдең хикмәте. Ролдәрҙе, образдарҙы, спектаклдәге хәл-ваҡиғаларҙы уйлап өйгә ҡайтам, хатта йоҡларға ятҡас та бер килке уйланып ятам, дөрөй уйнаныммы, нимәһен төҙәтергә, үҙгәртергә булыр икән, тим. Уйланып ята торғас, хатта бынан ике-өс, ун йыл элек уйнаған ролдәрем дә ийемә төшә башлай, уйылып китерлек... Ролдәремдең барыһын да яратам, бала кеүек бит улар. Яратмайса, башҡарып та булмайҙыр ул. Мәйәлән, иң тәүге ролдәремдең береһе, М.Кәримдең «Киске табын» спектаклендә Әхмәтша роле, уға мин тотонорға ла теләмәгәйнем, сөнки ул һис кенә лә миңә оҡшамаған, ә Әбелхәйер Ҡасим улы шулай ҙа күндерҙе. Ул ролде тора-бара яраттым. Сөнки унда мөхәббәт бар. Сөнки Әхмәтша ысын ир-егетлек күрһәтеп, ғаиләһен һаҡлап алып ҡала. Ҡайһы бер режиссерҙарҙың «тамашасыны ышандырыр өсөн һеҙ алдарға тейешһегеҙ» тигән фекере лә бар. Ләкин мин алдамайым. Сәхнәлә мин йәшәйем. Тамашасыны алдаштырып ышандырып булмай. Ҡайһы бер спектаклдән һуң йөрәккә ауыр булған мәлдәр ҙә була. Ш.Хөсәйеновтың «Әсәйемдең аҡ күлдәге» драмаһында мин аяғында протез булған һуғыш ветераны ролен башҡарам. Уйнағанда образға инеп, хатта аяғымды ла тоймай башлайым, аҙаҡтан ҡараһам, хатта күгәргән урындарын күреп иптәштәрем дә аптырай. Спектакль тамамланып, ҡайтыр юлға сыҡһам, киренән үҙ хәлемә ҡайтыуымды һиҙәм. Шулай ҙа образдың аураһы тип әйтәйемме, миңә һаман «йәбешеп» йөрөй, ҡайтҡас ҡыҙҙарым мине ҡабул итмәй хатта, миңә килмәйҙәр. Душта ҡойоноп сығам, шунда ғына улар миңә йылмая, кескәй генә ҡулдарын йәйеп ҡосағыма ынтыла. Мин шунда бик бәхетле итеп тоям үҙемде.
3.Төрлө эш урынында йәштәргә ҡараш төрлөсәлер ул. Дәүләт хеҙмәте органдарында эшләгән йәш белгестәргә процентһыҙ кредит бирелә. Ауыл ерҙәрендә табиптарға торлаҡ, субсидия бүленә. Бынан бер нисә йылдар элек ауыл хужалығы буйынса йәш белгестәргә лә ошондай социаль ярҙам күрһәтелә торғайны. Беҙҙә иһә Маҡтау грамоталары, аҡсалата дәртләндереү премиялары булғылай. Йәштәргә ышанып ролдәр бирәләр. Былтыр миңә һәм тағы бер ғаиләгә «Мәҙәниәт йылы» уңайынан еңелләштерелгән ысул менән торлаҡлы булыу форсаты тейҙе. 
Юғары награда, йәки маҡтаулы исем алыу – бик күңелле ваҡиғалыр, әммә, минеңсә, ул кешегә оло яуаплылыҡ өйтәй. Уны бит аҡларға кәрәк, артабан да тырышып эшләргә кәрәк. Беҙ студент саҡтан уҡ дөйөм күренештәрҙә ҡатнаша инек, шул саҡтарҙа ҡайһы бер ағай йәки апайҙарҙың юғары исемгә эйә булыуын белеп аптырай төшкәнем булды, бының сәбәбен аңлатып тороуҙы кәрәк тапмайым,былай ҙа аңлашылалыр. Халыҡ һөйөүе бер ниндәй наградаларҙы ла алмаштыра алмай.
4.Әлбиттә, минең ғаиләм – минең ҡәлғәм. Аллаһы тәғәлә беҙҙе ғаиләле булыр өсөн яратҡан. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты булған кеүек, шөкөр, ваҡытында ғаиләле булдым. Зөһрәм ошо театрҙа эшләй. (БР-ҙың атҡаҙанған актрисаһы Зөһрә Шәрәфетдинова – ред.). Беҙ танышҡанда– ул актриса, мин студент инем. Ситтән ҡарап йөрөйөм, һөйләшеүҙәре фәһемле, үҙенең эш ваҡытында ла, унан һуң да ҡылыҡ-фиғеле һәр саҡ күркәм. Ә бер аҙҙан беҙ Флорид Бүләковтың «Салауат Юлаев» спектаклендә бергә ҡатнаштыҡ, мин – Салауат Юлаев, ул Зөләйха ролен башҡарҙы. Шунда беҙҙең арала мөхәббәт тыуҙы. Спектакль бөйөк батырҙың тыуыуына 250 йыл тулыу айҡанлы юбилей уңайынан әҙерләнгәйне, премьера 21 июнь булғайны, 25-е иртә менән Хәрби комиссариатҡа барһам, мине армияға алып та киттеләр, яҡындарым, туғандарым – береһе лә белмәй ҡалды. Әсәйемә: «Борсолма, әсәй, мин армияла», – тип хат яҙып һалдым.Мәскәү ҡалаһындағы хәрби часҡа эләктем. Зөһрә Ярославль ҡалаһындағы туғандарында булып, минең янға Мәскәүгә лә килеп китте.Хәҙер инде ғаиләле булып, кәләшем Зөһрә менән Сафина һәм Әлфинә исемле ҡыҙҙар үйтерәбеҙ. Уларға матур тәрбиә бирергә тырышабыҙ.
Мин балаларым менән сүселдәп һөйләшеүҙе өнәмәйем. Нисектер ул алдашыу кеүек. Нимә ярай, нимә ярамай – кесе йәштән һеңдерә барырға кәрәк. Уларҙың киләсәген хәстәрләү – беҙҙең мөһим бурысыбыҙ, үҙ-үҙҙәрен яҡлай алһындар, сетерекле хәлдәрҙә юғалып ҡалмаһындар, тип тырышам. Берәй һорау менән мөрәжәғәт иткән ҡыҙыма йүнәлешле һорауҙар биреп, яуапты үҙе килтереп сығарыуына өлгәшәм. Сафина ҡыҙым мине яңыраҡ аптыратты әле, үйкәс кем булаһың тигән һорауыма: «Космонавт-врач», – тип яуапланы. Балаларым өсөн тағы ла бурысыбыҙҙың ҙурыһы – туған телдәрендә һөйләшеү, уны тәрәндән өйрәнеү һәм белеү. 
5.Мин сәнғәткә рәхмәтлемен. Ул, ғаиләнән ҡала, башҡа бөтөн ваҡытымды ала. Буш ваҡытым юҡ, тиерлек. Спорт менәншөғөлләнергә яратам. Ял минуттарында гримерныйҙа гер күтәрәм, штанга ла бар ине. Йәштән спорт менән даими шөғөлләнгәс, ҡанға һеңгән, күрәһең. Заманында, мәктәп йылдарында физкультура уҡытыусыһы Зөһрә Тәлғәт ҡыҙы минең ҡыҙыҡһыныуыма ныҡ иғтибар итте. Волейбол, баскетбол, каратэ, көрәш, саңғы, шахмат – барыһы менән дә шөғөлләндем.Ярыштарҙа ҡатнаштым. Артыҡ әүҙем булғанмындыр инде, ҡайһы бер спорт төрҙәренән минең менән алышҡа сығыусы кеше тапмай торғайнылар. Ҡыҙыу ҙа инем. Ярай ҙа спорт юлын һайламағанмын. Ләкин спорт минең һаулығыма, сәләмәтлегемә ҙур файҙа килтерҙе, ә сәнғәт баш менән уйларға өйрәтте, рухи яҡтан байытты.
6.Эйе, мин патриотмын. Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуған-үйкән ил артыҡ. Беҙҙә, рәсәйлеләрҙә, был тойғо бик көслө үйешкән. 1941-45 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында шул тойғо, Тыуған ил төшөнсәһен тулы мәғәнәһендә аңлағанға күрә лә беҙҙең ил еңеүгә өлгәшкән бит. Армияла хеҙмәт итеүем менән бәхетлемен. Батальон командиры В.Бикгольд, штаб начальнигы, подполковник В.Жуков, рота командиры П.Степа – ысын мәғәнәһендә ир-егеттәр, улар минең өсөн һаман да өлгө булып тора, улар менән бәйләнеште өҙмәйем, хәбәрләшеп торабыҙ. Флорид Бүләковтың «Салауат Юлаев» спектакле премьера үтеү менән ҡабат күрһәтелмәне, сөнки, әйтеүемсә, мине армияға алдылар. Шулай бер мәл, ҡуйылмай башлағас, юғарынан шылтыратыу булған, ни өсөн ул спектакль ҡуйылмауын һорашҡандар. «Салауат Юлаев ролен башҡарған егетебеҙ армияла бит», – тигәс, – «Ҡайтарып алығыҙ, Өфөләге часҡа күсерегеҙ», – тигәндәр. Шулай итеп, бер йыл Мәскәүҙә, ҡалған икенсе йылын Өфөләге часта хеҙмәт итергә тура килде. Спектакль көнө машина биреп ебәрәләр ине.Бына шундай ийтәлектәр ҙә патриотизм тойғоһон нығыта. Ә үҙемдең ғаиләмә килгәндә, балаларымда тыуған илгә ҡарата һөйөүҙе тәрбиәләргә тырышам. Был инде өйҙә саҡта телевизорҙан насар йөкмәткеле йәнһүрәттәрҙе ҡарауҙы тыйыу, күңелде үйтергән, байытҡан матур тапшырыуҙар ҡарарға рөхсәт биреү (әле өлкән ҡыҙым да бик бәләкәй, шуға күрә тапшырыуҙың ваҡыты ла бик ҡыйҡа булырға тейеш), балалар өсөн китаптар уҡыу, шиғыр ятлау, уларҙы төрлө түңәрәктәргә йөрөтөү, тыуған яҡҡа йыш ҡайтыу, бергә тәбиғәттә йөрөү. Уҙған йыл беҙ дуйтарыбыҙҙың ғаиләһе менән күмәкләшеп Ағиҙел йылғаһы буйлап Бөрйән районына тиклем сәйәхәт ҡылдыҡ. Сит илдәргә лә сәйәхәт ҡылыу кәрәктер ул, донъя күрер өсөн. Ә йәшәр өсөн һәр кемдең үҙ тыуған ере үҙенә ғәзиз булырға тейештер. Минеңсә, сит илгә тәжрибә туплау өсөн генә барып, йәшәп, эшләп ҡайтырға мөмкин.
7. Мин бер нисә йыл ғына булһа ла СССР -ҙа йәшәп өлгөрҙөм. Бөтөн халыҡ менән 1 Май байрамы алдынан һәм көҙөн өмәләр үткәреү бик оҡшай ине. Хәҙерге кеүек донъя хафалы булманы бит. Мине 4 кенә йәшемдә автобусҡа ултыртып Өфөгә ебәрә торғайнылар, унда, әлбиттә, ҡаршы алалар ине. Ҡайтҡанда оҙатып ҡала торғайнылар. Хәҙер балаларҙы шундай ысул менән йөрөтөп буламы? Юҡ, әлбиттә. Нисек кенә булмаһын, хәҙерге заманда ла яраҡлашып, балаларҙы үҙаллылыҡта тәрбиәләү мөһим. Эшкә лә өйрәтергә кәрәк. Киләсәктә ныҡлы ғаилә ҡороу, ғаилә ҡиммәттәре тураһында бала саҡтарынан уҡ һеңдереп барырға тейешбеҙ. Юғиһә бит, күпме ғаиләләр бер нисә ай эсендә тарҡала. Яуаплылыҡ юҡ. Тәрбиә мәсьәләһендә барыһын да мәктәпкә йөкмәтергә ярамай.Мәктәптә белем бирелергә, татыулыҡҡа, дуйлыҡҡа өйрәтергә тейештәр. Беҙҙә белем биреү системаһын үҙгәртергә теләр инем. Моғайын, үҙгәртеп булалыр. Тейешле урындан тейешле фарман яңғыраһа, төҙәтеп тә, үҙгәртеп тә булалыр. 

Роли, созданные в спектаклях прошлых сезонов:

Роли:

1.Хажгали – «Амурные истории» И.Юмагулова

2.Салават – «Гюльбазир» Ф.Булякова

3.Муж Марьям – «Черно-белые чудеса» И.Бикбулатовой

4.Таксист – «Ревную, люблю» К.Уляша

5.Арслан – «Страсти-мордасти» М.Амира

6.Бахти – ''Не жена, а дьявол'' Д.Салихова

7.Ихсан бей - «Птичка певчая» Р.Н.Гюнтекин

8.Андрей – ''Бесстыжая сестра'' А.Идельбаева

9.Гармонист – ''Тайны горшечника'' А.Кашфуллина

10.Сафи – ''Зятек'' Х.Ибрагимова

11.Сафа – ''Однажды на даче'' Э.Ягудина

12.Раис – ''На совином повороте'' Ф.Бигашева

13.Начальник вокзала – ''Безымянная звезда'' М. Себастиана

14.Гарафи – ''Банкрот'' Г.Камала

15.Рахмат – ''Близнецы'' А. Атнабаева

16.Фанис – ''Поздравляем, ты стал папой!'' Р. Киньябаева

17.Шахтимир – ''Опаленные песней'' М.Файзи

18.Гроза – ''Нурзада и Нурсылу'' И. Альмухаметова

19.Юлай – «Роковая тайна – 2» Р. Киньябаева

20.Касим – «По соседству мы живем..» Аманулла

21.Мидхат – «Продай мне мужа» Н. Гаитбая

22.Абдурахман – «Чудак» Н. Хикмета

23.Шмага – «Без вины виноватые» А. Островского

24.Муров - "Без вины виноватые" А.Островского

25.Ахматша Артыков – «Вечернее застолье» М. Карима

26.Мансур - "Не покидай меня, надежда!" Х.Иргалина

27.Иван - "Чистая вода печали" В.Гуркина 

28.Рахимзян - "Ненаглядная моя" Т.Миннуллина

29.Феликс - "Зануда" Ф.Вебера

30.Гном, Робот- трансформер - "А Дед Мороз-то настоящий?!" М.Гимранова

31."Обретая свет в пути..." театрализованное представление

32.Рипафратта - "Хозяйка гостиницы" К.Гольдони

33.Салимгарай - "Американец" К. Тинчурина

34.Мусин Вали - "История одного недоразумения" В. Жеребцова

35.Он - "Ну всё, всё... Всё?" Н. Брода

36.Инсаф - "Белое платье моей матери" Ш. Хусаинова

37.Бульдог - "Деревенский пёс Акбай" Т. Миннуллина

38.Жаграп - "Зятья Гергери" Т. Миннуллина

39.Мухамметхан - "Индийская насмешница" Г. Каюмова

40.Ажмагул - "Похищение девушки" М. Карима

41.Хан - "Золотой осёл Насреддина" Ш. Казиева